

“Башҡортостан” гәзите редакцияһының ишектәре дуҫтарыбыҙға һәр ваҡыт асыҡ. Бына бөгөн баҫманың баш мөхәррире Вәдүт Исхаҡов Әлшәй районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Айҙар Солтанғолов менән осрашты. Һөйләшеү үҙ-ара хеҙмәттәшлеккә, матбуғатҡа яҙылыуҙы ойоштороуға арналды. Был йәһәттән Әлшәй районы менән “Башҡортостан” гәзитен электән яҡшы хеҙмәттәшлек ептәре бәйләй, улар матбуғатҡа яҙылыу йәһәтенән йыл да әүҙемлек күрһәтә. Бының өсөн, әлбиттә, әлшәйҙәргә ҙур рәхмәтлебеҙ!
Айҙар Тимерхан улы район яңылыҡтары менән уртаҡлашты, алда торған мөһим эштәр, пландары тураһында һөйләне. Мәҫәлән, был аҙнала Әлшәйҙә көрәш буйынса ҙур турнир үтәсәк, ә киләһе аҙнала Уҡытыусы һәм остаз йылын ябыуға арналған тантаналы сара уҙғарыу планға алынған.
Айҙар Тимерхан улы редакциябыҙға район тормошона арналған иҫтәлекле китаптар бүләк итте.
Автор фотоһы.