Йәмғиәт
7 Декабрь 2023, 11:00

“Балаңды аяҡҡа баҫтыра алам...”

Һәр әсә ғәзиз балаһы өсөн нимә генә эшләмәҫ! Шулай ҙа...

“Балаңды аяҡҡа баҫтыра алам...”“Балаңды аяҡҡа баҫтыра алам...”
“Балаңды аяҡҡа баҫтыра алам...”

Ҡайһы бер ҡатындарҙың мутлығына иҫ-аҡылың китер! Уларҙың һүҙенә ышанып барыусылары ла быуа быуырлыҡ бит әле.
Бер ҡатын Өфөләге дауаханала ятҡан балаһын күрергә килә һәм урамда “ихлас күңелле” ханымды осрата. Ул табиптарҙың бәләкәсенә диагноз ҡуя алмауҙары хаҡында һөйләй. Һөҙөмтәлә ике гүзәл зат, бер-береһенә телефон номерҙарын биреп, тағы бер тапҡыр осрашыу хаҡында һүҙ ҡуйышып таралыша.


Бер нисә көн үткәс, “имсе” яңыраҡ ҡына танышҡан “әхирәте”нә уның балаһын “аяҡҡа баҫтыра алыуы”, бының өсөн бер нисә йола атҡарыу кәрәклеге хаҡында әйтә. Теге меҫкен әсә алдаҡсының бар һүҙҙәренә лә ышана һәм фатирынан балаһының кейемдәрен, аҡса, алтын әйберҙәрен һәм хатта тауыҡ йомортҡаһын килтерә. Һуңғыһы теге “дауалау” өсөн атҡарыласаҡ йола өсөн мотлаҡ кәрәк тип әйтелгән.
Баш ҡала урамындағы һуңғы осрашыуға “имсе” әхирәтен дә алып килә. Улар бахыр әсә алып килгән бар әйберҙе ала һәм ҡатынға өс сиркәүҙе урап килергә ҡушып юҡҡа сыға. Был талаптарҙың барыһы ла үтәлгәс, “имсе”гә шылтырата, әммә яуап биреүсе булмай. Шунда ғына алданыуын аңлай.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ошондай хәлдәр йыш осрай. Мутлыҡ ҡылыусылар һәр заманда булған. Әле лә барҙар. Улар еңел аҡса эшләүҙең ниндәй генә юлдарын уйлап тапмайҙар. Абай һәм  һаҡ булығыҙ.

Нәсих Хәлисов фотоһы.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас