

Башҡортостандан ЛХР-ҙың Красный Луч ҡалаһына сүп-сар өсөн 220 контейнер (100 пластик һәм 120 металл) ебәрелде. Уларҙы Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы, Махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре дирекцияһы һәм республиканың ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү буйынса төбәк операторҙары - «Экология Т» һәм «Эко-Сити» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәре тапшырҙы.
Бындай аҙым ҡалала ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән тулы кимәлдә эш итеү системаһын булдырыуға булышлыҡ итәсәк. Яңы төбәктәргә ярҙам - хәҙерге ҡатмарлы заманда иң мөһим бурыстарҙың береһе. Уға министрлыҡ һәм тармаҡ предприятиелары әүҙем ҡушылды.
ЛХР-ҙың Красный Луч ҡалаһы хакимиәте башлығы Сергей Соловьев билдәләүенсә, ҡалала һәм уның ҡарамағындағы биләмәлә ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы сығарыу сифатын яҡшыртыу мәсьәләһе даими контролдә тотола. Башҡортостандан алынған бөтә контейнерҙар ҙа «ДЭРСУ» муниципаль унитар предприятиеһы балансына ҡабул ителгән. Яҡын арала улар ҡаланың төрлө райондарында ҡуйыласаҡ, шулай уҡ ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар йыйыу өсөн майҙансыҡтар йыһазландырыласаҡ.
Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/22493/