

Башҡортостан Республикаһының конкурентлыҡ сәйәсәте, иҡтисади ҡеүәтте үҫтереү һәм 2022 йылда уңайлы эшҡыуарлыҡ мөхитен булдырыу өлкәһендәге иң һөҙөмтәле алымдарын Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәт «аҡ китап»та билдәләне.
«РУБИН: ИРД оҙатыу» автоматлаштырылған мәғлүмәт системаһының функцияларын киңәйтеү буйынса республика тәжрибәһе уңышлы тип танылды. Үткәрелгән саралар түбәндәге мөмкинлектәрҙе бирҙе:
- инженер селтәрҙәрен проектлау өсөн рөхсәт документын алыу ваҡытын 8-10 эш көнөнә тиклем ҡыҫҡартырға (трассаның оҙонлоғона ҡарап);
- линия объекттарын төҙөү өсөн кәрәкле документтарҙы алыу ваҡытын 10 эш көнөнә тиклем ҡыҫҡартырға;
- республикала бизнесты алып барыу процедураларын ябайлаштырыу һәм Рәсәй субъекттарының инвестиция йәлеп итеүсәнлеген күтәреүҙең маҡсатлы моделдәрен индереү буйынса саралар планын («юл карталарын») тормошҡа ашырыуға ирешеү;
- үҙ-ара электрон эш итеүҙе тәьмин итергә.
Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/22495/