Йәмғиәт
8 Декабрь 2023, 11:50

"Башҡортостанда оҙон ғүмер" проектының исем туйы үтте

«Рәсәй» халыҡ-ара күргәҙмә-форумы 12 апрелгә тиклем бара.

"Башҡортостанда оҙон ғүмер" проектының исем туйы үтте"Башҡортостанда оҙон ғүмер" проектының исем туйы үтте
"Башҡортостанда оҙон ғүмер" проектының исем туйы үтте

Мәскәүҙә барған «Рәсәй» халыҡ-ара күргәҙмә-форумында «Башҡортостанда оҙон ғүмерлелек» проектының презентацияһы уҙҙы. Проект пенсионерҙарҙың йәшәү сифатын төрлө ярҙам саралары иҫәбенә яҡшыртыуға йүнәлтелгән, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова.

Кискә тиклем дауам итәсәк «Башҡортостанда оҙон ғүмерлелек» фестивале ҡунаҡтары өсөн башҡорт биҙәүестәрен һәм сувенирҙарын эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре, трансформация уйындары ойошторолдо. «Яратам һине, тормош!» оло йәштәгеләрҙең республика фестивалендә ҡатнашыусылар ижади номерҙар менән сығыш яһаны. «Именлек» республика геронтология үҙәге - «Деменция менән ярыш» оҫталыҡ дәресе, ә Башҡортостандың «ТурбоНенейки» энерджайзеры (башҡортса - ТурбоӨләсәйҙәр) дәртле күнекмә әҙерләне.

Республика Башлығы Радий Хәбиров «Башҡортостанда оҙон ғүмерлелек» проектын 2020 йылда башлап ебәрҙе. Ул хәҙер 250 меңдән ашыу кешене берләштерә. Проектта бөтәһе ете йүнәлеш.

«Рәсәй» халыҡ-ара күргәҙмә-форумы 12 апрелгә тиклем бара.

Сығанаҡ: https://resbash.ru/news/obshchestvo/2023-12-03/na-vdnh-v-moskve-predstavili-proekt-bashkirskoe-dolgoletie-3549810

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас