Йәмғиәт
8 Декабрь 2023, 10:15

Благовещенск - Павловка юлы ремонтланды

Тағы 1,3 саҡрым юл төҙөкләндерелде.

Благовещенск - Павловка юлы ремонтландыБлаговещенск - Павловка юлы ремонтланды
Благовещенск - Павловка юлы ремонтланды

Башҡортостанда «Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» милли проекты сиктәрендә Благовещен - Павловка трассаһының тағы 1,3 саҡрымы ремонтланды.

Благовещен районының Яңы Надеждин ауылынан алыҫ булмаған участкала подряд ойошмаһы юл япмаһын яңыртты, юл ситтәрен нығытты, горизонталь юл тамғаларын төшөрҙө. Был эштәргә 19 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән.

- Благовещен - Павловка трассаһы - популяр туристик йүнәлеш. Ул Башҡортостандың иң ҙур яһалма һыу ятҡылығына - Павловка һыуһаҡлағысына илтә. Етмәһә был юл бик күп тораҡ пункттарҙа йәшәүселәрҙе транспорт менән тәьмин итә. Шуға күрә әлеге трассаны тейешле хәлгә килтереү мөһим, - тип һөйләне Башҡортостан Республикаһының транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Клебанов.

2023 йылда Благовещен - Павловка юлының дөйөм оҙонлоғо 7,3 саҡрым булған өс участкаһы ремонтланған.

Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/22486/

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас