Һис шикһеҙ, һаулыҡ – иң ҙур байлыҡ, әлбиттә. Әммә хәҙерге тормошта аҡсаһыҙ ана шул сәләмәтлекте күҙ алдына килтереүе ауыр. Шуға аҡса мул булһын өсөн уны һаҡлай белергә лә кәрәк, тиҙәр. Мәҫәлән, биш, 10, 50, 100 һумлыҡтарҙы бер урынға йыйып барыу һәм уларға көн дә кеҫәгеҙҙән алып ниндәйҙер сумманы өҫтәп тороу ғаилә бюджетын яҡшырта, тигән фекерҙә фэн-шуй белгестәре. Улар шулай уҡ аҡса, байлыҡ йәлеп итер өсөн төрлө бетеүҙәр (талисмандар) алып йөрөргә кәңәш итә.
Көшөлөгөҙҙә аҡсағыҙ таушалып, бөкләнеп, тәртипһеҙ ятмаҫҡа тейеш. Ни тиһәң дә, аҡса иҫәпте, тәртипте һәм хатта бөхтәлекте ярата. Өҫтәүенә ҡағыҙ һәм тимер аҡсаларҙың бергә ятмауы хәйерлерәк. Ҙурыраҡ купюраларҙы – бер урынға, вағыраҡтарын икенсе урынға тәҫләп һалыуҙы ғәҙәткә индерегеҙ. Тағы аҡса янсығығыҙҙа “бәхетле тәңкә” ятһын. Ул муллыҡҡа, етешлеккә ишара булыр. Әгәр аҡса иҙәнгә йәки ергә төшә икән, мотлаҡ уң ҡул менән алырға онотмағыҙ.
Аҡсаны бурысҡа биреүҙең дә үҙ ҡағиҙәләре бар: уң ҡул менән биреп, ул кире ҡайтарылғанда һулы менән алырға кәрәк. Йәнәһе ошолай сәғәт телдәре кеүек аҡсаның “әйләнеп” йөрөүе – муллыҡҡа, имеш. Әйткәндәй, шишәмбе бурысҡа аҡса алмағыҙ, дүшәмбе үҙегеҙ башҡаларға аҡса бирмәгеҙ. Тағы эш хаҡын алған көндө аҡсаның өйҙә “йоҡлауы” хәйерлерәк.
Элек-электән кискеһен аҡса бирергә ярамай, биргән осраҡта ла иҙәнгә һалыу яҡшыраҡ, тигән юрамыш бар. Өйҙә һыҙғырырға ярамай, юғиһә аҡсаң булмаҫ, тип тә әйтәләр. Ә һеҙҙең яҡта аҡса менән бәйле тағы ниндәй юрамыштарығҙ бар?
Фото: “Башинформ”.