Йәмғиәт
9 Декабрь 2023, 05:00

Өйҙә тормай ул

Бына 30 йыл инде ул өйҙәрҙе һәм күңелдәрҙе йылытып йәшәй.

Өйҙә тормай улӨйҙә тормай ул
Өйҙә тормай ул

Сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгәндәр араһында ихтыяр көсө менән күптәргә өлгө булырлыҡ кешеләр осрай. Шуларҙың береһе тураһында Баҡалы районының хакимиәт башлығы Олег Ефимов  социаль селтәрҙә яҙған.

“Әхмәтгәрәй Мөтиғуллин йәш сағында уҡ бер аяғынан яҙа, әммә үҙенә ышанысты юғалтмай, төшөнкөлөккә бирелмәй, киреһенсә, яратҡан һөнәргә эйә булып, оҙаҡ йылдар инде кешеләргә ярҙам итеп йәшәй.

Әхмәтгәрәй Мәккә улы Ҡамышлытамаҡта донъя көтә. Ул бик һирәк һәм ябай булмаған  һөнәрҙе – мейес сығарыу һөнәрен үҙләштерә һәм бына 30 йыл инде өйҙәрҙе  һәм күңелдәрҙе  йылытып йәшәй.

Хәҙер мейестәрҙең төрлөһөн һала. Элек йорттарҙа ҙур ғәҙәти мейестәр торһа, хәҙер халыҡҡа мангал зоналары, йәйге кухнялар кәрәк. Шуға күрә мейесселәр  хеҙмәтенә бөгөн дә  ихтыяж кәмемәй. Әхмәтгәрәй ағайҙы өйҙә тота ла алмаҫһың, ул бөгөн – районда, иртәгә  – сит өлкәлә.

Ул ғынамы, яҡташыбыҙ - балта оҫтаһы ла, үҙешмәкәр түңәрәктәрҙең әүҙем ағзаһы ла.  Һәр саҡ ярҙамға килергә әҙер. Тормошҡа, кешеләргә һәм үҙенә мөнәсәбәте ҡайһы саҡта ғәжәпләндереп тә, һоҡландырып та ҡуя".

 Фото: https://vk.com/bakalzori 

Өйҙә тормай ул
Өйҙә тормай ул
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас