Йәмғиәт
10 Декабрь 2023, 16:00

Диана Сәфәрованың әхирәттәре ҡыҙы өсөн байрам ойошторған

Аишаға туғыҙ йәш тулған.

Диана Сәфәрованың әхирәттәре ҡыҙы өсөн байрам ойошторғанДиана Сәфәрованың әхирәттәре ҡыҙы өсөн байрам ойошторған
Диана Сәфәрованың әхирәттәре ҡыҙы өсөн байрам ойошторған

Юл фажиғәһендә һәләк булған блогер Диана Сәфәрованың әхирәттәре ҡыҙы өсөн тыуған көнөн байрам итте. Аишаға туғыҙ йәш тулды.

«Ул аҡыллы, тыйнаҡ, матур ҡыҙыҡай булып үҫә. Диананың әхирәттәре бындай матур байрам ойошторҙо, балалар шат!» - тип яҙҙы Диананың ағаһы, тынылған йырсы Әнүәр Нурғәлиев.

Ул үҙе гастролдәренең графигы тығыҙ булыу сәбәпле  һеңлеһенең ҡыҙының тыуған көнөндә була алмаған. Мәскәүҙән ҡайтҡас, Аиша өсөн байрам ойошторормон, тигән.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2023 йылдың 9 май байрамдары осоронда Шишмә районында булған аварияла билдәле блогер, Башҡортостандың халыҡ артисы Әнүәр Нурғәлиевтең һеңлеһе Диана Сәфәрова һәләк булғайны. Уның өс балаһы етем ҡалды.

Фото: социаль селтәрҙән

Автор:Карима Усманова
Читайте нас