

Гисметеоүҙәк синоптиктары фаразы буйынса,республиканың күп райондарында һауа температураһы-31...-36 градус, ә төньяҡ райондарҙа -40...-43 градус һыуыҡ буласаҡ.
Көньяҡ райондарҙа төндә -23...-28, көндөҙ-20...-25 градус күҙәтеләсәк.
Дүшәмбе көндө лә һыуыҡ булыуы көтөлә. Һалҡын һауа торошо кесе йомаға тиклем дауам итә, йоманан бер аҙ йылытасаҡ.
Синоптиктар белдереүенсә бындай һыуыҡ һауа торошоноң сәбәбе - арктик һауа массаларында һәм поляр антициклон йоғонтоһонан. Ни тиһәң дә еребеҙгә ҡыш килде бит: һыуығы ла, бураны ла, ҡары ла булыр... Ололар әйтмешләй, ҡыштың ҡыш булыуы яҡшы. Һыуыҡтарға бирешмәйек, күңелдәрегеҙҙә һәр саҡ йылы булһын!
Автор фотолары