Йәмғиәт
13 Декабрь 2023, 05:30

Яңы йыл байрамына - 50 мең шыршы

Оператив-профилактик саралар 2023 йылдың 31 декабренә тиклем дауам итәсәк

Яңы йыл байрамына - 50 мең шыршыЯңы йыл байрамына - 50 мең шыршы
Яңы йыл байрамына - 50 мең шыршы

Урмансылар декабрь башында уҡ Яңы йыл байрамына әҙерләнә башлаған. Байрамға тиклем 50 меңдән ашыу ылыҫлы ағас әҙерләнеп, һатыуға сығарыласаҡ.

Башҡортостандың урман хужалығы министры урынбаҫары Илгиз Фәтҡуллин билдәләүенсә, йәш ылыҫлыларҙы киҫеү урмандарға зыян килтермәй.

  • Яңы йыл байрамына тәғәйенләгән ағастар махсус питомниктарҙа үҫтерелә. Шулай уҡ таҙартыуға ҡуйылған урмандарҙа ҡырҡыу эштәре алып барабыҙ. Минераллаштырылған һыҙаттар, янғын һүндереү һәм урман хужалығы юлдарында үҫкән үҫентеләр алына. Бөгөнгө көнгә урмансылар 22 меңгә яҡын ылыҫлы ағас әҙерләгән, - ти Илгиз Фәтҡуллин.

Әйткәндәй, ошо мәлдә урман фондына браконьерҙар ҙур зыян килтерә, шуға Яңы йыл байрамдары яҡынлашыу менән урманды һаҡлау саралары көсәйтелә. 27 ноябрҙән йәш ылыҫлы ағастарҙы ҡырҡыуҙан һаҡлау буйынса Яңы йыл операцияһы башлана. Оператив-профилактик саралар 2023 йылдың 31 декабренә тиклем дауам итәсәк.

Ылыҫлыларҙы законһыҙ рәүештә киҫеүгә шаһит булһағыҙ, Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығының диспетчер хеҙмәтенә хәбәр итегеҙ: 8 (347) 218-14-14 йәки туранан-тура урман һаҡлауҙың федераль хеҙмәтенә шылтыратырға була: 8-800-100-94-00.

 

Фото Башҡортостандың урман хужалығы министрлығынан алынды.

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас