Йәмғиәт
15 Декабрь 2023, 14:40

Атайҙар ҡайҙа ла атай инде ул!

Республика Башлығының үҙенән ботинка бауы бәйләткән малай кем тип уйлайһығыҙ? 

Атайҙар ҡайҙа ла атай инде ул!Атайҙар ҡайҙа ла атай инде ул!
Атайҙар ҡайҙа ла атай инде ул!

Бөгөн, 15 декабрҙә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Баймаҡ, Сибай тарафтарында эш сәфәрендә булды. Әлеге видеола ул, Баймаҡ районының Төркмән ауылы балалары менән иҫтәлеккә фото төшөр алдынан, бер малайҙың ботинка бауының ысҡыныуын күреп ҡалып, бәйләп ҡуя. Республика Башлығының үҙенән ботинка бауы бәйләткән малайҙың исеме – Ҡәнзәфәр! Бейҙәр исеме! Киләсәктә ҙур кеше булырға яҙһын уға.

Ә Радий Фәрит улының был аҙымына һоҡланмау мөмкин түгел. Ябайлыҡ та, атайҙарса хәстәрлек тә ярылып ята бында. Шулай, атайҙар ҡайҙа ла атай булып ҡала инде ул!

Фото: видеонан скриншот. 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас