Йәмғиәт
15 Декабрь 2023, 10:00

Төркмәндәр ҡыуанысын уртаҡлашырға Башҡортостан Башлығын саҡырған

Был хаҡта Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Рәмзиә Кәримова яҙған.

Төркмәндәр ҡыуанысын уртаҡлашырға Башҡортостан Башлығын саҡырғанТөркмәндәр ҡыуанысын уртаҡлашырға Башҡортостан Башлығын саҡырған
Төркмәндәр ҡыуанысын уртаҡлашырға Башҡортостан Башлығын саҡырған

Баймаҡ районының Беренсе Төркмән ауылы мәҙәниәт йорто капиталь ремонттан һуң үҙ ишектәрен асты. Ошо уңайҙан бөгөн бында талантлы йәш яҡташ йырсы Тимур Рамаҙанов һәм "Арғымаҡ" этно-рок төркөмөнөң концерты буласаҡ. 

Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Рәмзиә Кәримова был хаҡта үҙенең "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә түбәндәге яҙыуҙы ҡалдырған.

"Ата-бабам тыуған ер, кендек ҡаным тамған ер, тип Баймаҡ районы 1-се Төркмән ауылында йөрөп ятам! Был ауылда йәшәргә тура килмәһә лә, яҡты донъялағы тәүге ауазым ошо ерлектә яңғыраған, ғүмеремдең тәүге айҙары ошонда үткән. Бөгөн тыуған төйәгемә командировкаға килеп, ауылдаштарым өсөн ҡыуанып йөрөйөм. Төркмән мәҙәниәт йортона һәм мәктәпкә капиталь ремонт үткәрелгән. Хәҙер был объекттарҙы танырлыҡ та түгел. Бигерәк тә Ғата Сөләймәнов музейы өсөн һөйөндөм, ул заманса итеп, интерактив ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Әле клубта эш ҡайнай, "Ихлас" клубы ағзалары, ағинәйҙәр яугирҙәргә өсбармаҡ бирсәткәләр бәйләй, носилкалар тегә.

Төркмәндәр ҡыуаныстарын уртаҡлашырға Башҡортостан Башлығы Радий Хабировты саҡырған. Был хаҡта киләһе постарҙа уҡырһығыҙ", - тип яҙған.

Фото: Рәмзиә Кәримованың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.

Төркмәндәр ҡыуанысын уртаҡлашырға Башҡортостан Башлығын саҡырған
Төркмәндәр ҡыуанысын уртаҡлашырға Башҡортостан Башлығын саҡырған
Төркмәндәр ҡыуанысын уртаҡлашырға Башҡортостан Башлығын саҡырған
Төркмәндәр ҡыуанысын уртаҡлашырға Башҡортостан Башлығын саҡырған
Төркмәндәр ҡыуанысын уртаҡлашырға Башҡортостан Башлығын саҡырған
Автор:Карима Усманова
Читайте нас