Йәмғиәт
15 Декабрь 2023, 11:05

Төрлө хәлдәр була тормошта...

Юлда, автобуста ниндәй генә хәлдәрҙең шаһиты булырға тура килмәй. Бына был видеояҙма ла, мәҡәләбеҙ ҙә шула хаҡта. 

Төрлө хәлдәр була тормошта...Төрлө хәлдәр була тормошта...
Төрлө хәлдәр була тормошта...

Юлда, автобуста ниндәй генә хәлдәрҙең шаһиты булырға тура килмәй. Бына был видеояҙма ла, мәҡәләбеҙ ҙә шула хаҡта. Ошо көндәрҙә миңә лә автобуста бер  күренештең шаһиты булырға тура килде.

Баш ҡалалағы Үҙәк баҙар туҡталышын үткәс, 12-13 йәштәрҙәге үҫмер киләһе туҡталышта төшөү ниәте менән водителгә картаһын һуҙҙы. Тик унда аҡса булмай сыҡты, “Картаңда аҡса юҡ”, - тине водитель. Малай аптырап ҡалды, кеҫәләрен ҡараштырҙы. Шул саҡ алғы ултырғыста ултырған егет (моғайын, студенттыр, тип уйлап ҡуйҙым һуңынан) һикереп торҙо ла: “Ҡана, мин уның өсөн түләйем”, - тип картаһын һуҙҙы. Был хәл шул тиклем тиҙ килеп сыҡты, автобустағы халыҡ нимә булғанын аңлап та өлгөрмәне. Уҡыусы бала рәхмәт әйтеп төшөп китте.

Ике-өс туҡталыштан һуң өс-дүрт йәштәрҙәге ейәнсәрен етәкләгән өләсәй килеп инде. Был мәлгә автобуста буш урындар ҡалмаған ине. Тағы теге егет тороп баҫты ла: “Ултырығыҙ”, - тип урын тәҡдим итте.

Хәҙер йәштәр тәрбиәһеҙ, мәрхәмәт, изгелек күрһәтә белмәй тип йыш ҡабатларға күнеккәнбеҙ. Йәштәрҙең дә төрлөһө бар. Ғаиләһендәге тәрбиәнән, эске мәҙәниәттән торалыр күп нәмә...

Фото: infosmi.net

Видео: vk.com/video/@club54276467

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас