Йәмғиәт
15 Декабрь 2023, 13:00

Әтәс ни өсөн коляскала йөрөй?

Халыҡ артисы Мәғәфүр Усманов ебәргән күренеш был. 

Әтәс ни өсөн коляскала йөрөй?Әтәс ни өсөн коляскала йөрөй?
Әтәс ни өсөн коляскала йөрөй?

Башҡортостандың халыҡ артисы Мәғәфүр Усманов беҙгә ошондай ҡыҙыҡ һүрәт ебәрҙе һәм ошондай һүҙҙәр яҙҙы:

“Иртәнге прогулканан бер күренеш. Бер ҡатын ике этен эйәрткән, ә коляскаға әтәсен ултыртып алған да йөрөргә сыҡҡан. Әлеге мәлдә үҙе эттәре менән уйнай, әтәсе колясканан төшөп ерҙә тора. Шул мәлде төшөрөп алдым. Хәҙер йомортҡа ныҡ ҡиммәт булғас, хатта әтәстәрҙе лә коляскала ғына йөрөтәләр”.

Шулай, беҙҙең халыҡ йомортҡаға хаҡ артты тип ҡайғырып ултырмай, ә һәр хәлдән дә мәҙәк табырға тырыша шул.

Фото: Мәғәфүр Усманов. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас