

Ағымдағы йылдың октябренән республика райондарында һәм ҡалаларында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм ветерандарға комплекслы ярҙам күрһәтеү маҡсатында һәләк булған яугирҙәрҙең ғаиләләре, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм ветерандарға ярҙам саралары буйынса берҙәм консультация ярҙамы көндәре үткәрелә.
Был аҙнала Шишмә районында "Ватанды һаҡлаусылар" фонды бүлексәһенең социаль координаторҙары, министрлыҡтар һәм ведомстволар белгестәре халыҡты ҡабул итте. Шишмә, Благовар, Бүздәк, Дәүләкән, Әлшәй райондары халҡы кәңәш һорап мөрәжәғәт иткән. Бөтәһе 100-ҙән ашыу кеше ҡабул ителгән, 300-ҙән ашыу һорау эшкәртелгән.
Улар башлыса юридик, психологик һәм медицина ярҙамы алыуға ҡағыла, шулай уҡ ғариза биреүселәр махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға төбәк ярҙам саралары менән ҡыҙыҡһына. Бөтә үтенестәр буйынса белгестәр ентекле консультациялар бирҙе. Ҡайһы бер мәсьәләләр артабан хәл итеү өсөн иҫәпкә алынған.
Башҡортостанда "Ватанды һаҡлаусылар" фонды филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина билдәләүенсә, бер мөрәжәғәт тә иғтибарһыҙ ҡалмай.
- Бер мөрәжәғәт тә иғтибарһыҙ ҡалмай һәм һәр мәсьәләнең сиселешен эҙләргә тырыша. Әлбиттә, был ярҙам поезы ваҡытында килгән һорауҙарға ла ҡағыла. Уларҙың күбеһе урында уҡ хәл ителә, ентеклерәк өйрәнеүҙе талап итһәләр – артабан хәл итеү өсөн уларҙы үҙ контролебеҙгә алабыҙ. Был эштә күп һанлы бүлектәрҙе берләштереү мөһим, шунһыҙ беҙ уларҙың ярҙамын ала алмаҫ инек. Төрлө һорауҙар, шул иҫәптән һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, хоҡуҡи мәсьәләләр буйынса ла мөрәжәғәт итәләр.
Халыҡҡа ышаныслы һәм квалификациялы мәғлүмәт алыу мөһим. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә төбәк ярҙам саралары, уларҙы теркәү механизмы тураһында артабан да аңлатыу мөһим. Иҫегеҙгә төшөрәм, бөгөнгә Башҡортостанда 39 ярҙам сараһы билдәләнгән, — тине Гөлнур Ҡолһарина.
"Ярҙам поезы" акцияһы сиктәрендә граждандарҙы сираттағы ҡабул итеү Октябрьский ҡалаһында 22 декабргә билдәләнгән.
Фотолар "Ватанды һаҡлаусылар" фондынан алынды.