Йәмғиәт
22 Декабрь 2023, 14:10

Өфөләр Владимир Путинды яҡлай

Маҡсаты –  ҡултамғалар йыйыуҙа ярҙам итеү.

Өфөләр Владимир Путинды яҡлайӨфөләр Владимир Путинды яҡлай
Өфөләр Владимир Путинды яҡлай

Өфөлә Владимир Путинға ярҙам итеү йәһәтенән төбәк һайлау штабы асылды. Төбәк һайлау штабына ғалимдар, депутаттар, башҡа әүҙем кешеләр һәм бүтән төрлө ойошмалар ингән.

Төбәк һайлау штабының маҡсаты – Владимир Путиндың кандидатураһын яҡлауға ҡултамғалар йыйыуҙа ярҙам итеү. Әйткәндәй, штабты төҙөү тураһында уй "Берҙәм Рәсәй" партияһының XXI съезында барлыҡҡа килгән һәм ул тормошҡа ашырылған.

Һөйләшеүҙә ҡатнашыусылар әйтеүенсә, Владимир Путин – илебеҙҙәге берҙән-бер көслө лидер, халыҡты үҙенең артынан әйҙәүсе ҡыйыу шәхес. Рәсәйҙәр Владимир Путинға ышана һәм уны яҡлай.

Фото: Илдар Аҡъюлов.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас