

Ошо көндәрҙә Сибай ҡалаһының ЗАГС бүлегендә быйылғы йылдың һигеҙенсе пар игеҙәктәр тыуыуы тураһында акт теркәлгән. Әнүзә һәм Радик Ҡаһармановтарҙың ғаиләһендә ике ҡыҙ донъяға килгән. Уларға Мәҙинә һәм Мәликә тип исем ҡушҡандар. Әйткәндәй, әле ғаиләлә 12 йәшлек Денис һәм 7 йәшлек София үҫеп килә.
«Игеҙәк буласағын беренсе УЗИ-ла уҡ белдек, малай һәм ҡыҙ булыр тип көттөк, — ти атай кеше, — икенсе УЗИ-ла икеһе лә ҡыҙ тип әйттеләр, ҡатыным быға ныҡ ҡыуанды».
Бәләкәстәр һау-сәләмәт, бәхетле булһын!
Фото: Сибай ЗАГС-ы төркөмөнән.