

Бөгөн Башҡортостан буйынса эске эштәр министры урынбаҫары, эске хеҙмәт генерал-майоры Евгений Полтавец кибер-алдашыу темаһына матбуғат конференцияһы үткәрҙе.
Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, телефон аша аҡса урлаусылар тоҙағына эләгеү буйынса Башкортостан иң ҙур күләмдә алданған тәүге биш төбәк исемлегенә инә: быйылғы туғыҙ айҙа республика кешеләре ошо енәйәтселәр иҫәбенә 2 миллиард 60 миллион һум аҡса күсергән! Рәсәй буйынса был сумма шулай уҡ ҡот осҡос – 135 миллиард һумға еткән!
Тағы ла бер ҡот осҡос һан: декабрь мәғлүмәттәренә ярашлы, беҙҙең республика халҡы енәйәтселәргә көн һайын уртаса алты миллион һум күсерә!
– Нигеҙҙә беҙ тиҙ ышаныусандар тип иҫәпләгән оло йәштәге кешеләрҙе алдайҙар тигәндәре дөрөҫ түгел, миллионлап аҡсаһын юғалтыусыларҙың 60 проценты хеҙмәт йәшендәгеләргә тура килә, – ти Евгений Алексеевич. – Миңә, мәҫәлән, был алданыусылар араһында баш бухгалтер, юғары уҡыу йорто проректоры һәм башҡа шундай дәрәжәле кешеләр барлығы билдәле. Был кешеләрҙең 95 проценты: “Эйе, телефон аша аҡса урлауҙары тураһында йыш ишетәм һәм уҡыйым” тип яуап бирҙе. Әммә барыбер алданалар...
Был енәйәтселәрҙең телефон номерҙары, министр урынбаҫары раҫлауынса, бер кемгә лә беркетелмәй, шуға күрә уларҙың кем икәнен асыҡлауы ғәмәлдә мөмкин түгел. Аҡса күсереү өсөн улар ошо алданыусыларға хәбәр иткән банк иҫәбе лә ваҡытлыса булып сыға һәм аҡса күсеү менән юғала. Етмәһә, билдәле булыуынса, бындай кибер-алдаҡсыларҙың күпселеге сит илдәрҙән шылтырата.
Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлыҡтары был мәсьәләлә аңлатыу алып барыу маҡсатында предприятиеларҙа һәм ойошмаларҙа йыйылыштар үткәрә.
– Минең кәңәш шул: таныш булмаған номерҙан шылтыратһалар, яуап бирмәгеҙ, шунда уҡ ҡыҙыл кнопкаға баҫығыҙ һәм был номерҙы блокировкаға ҡуйығыҙ! – тине министр урынбаҫары.
Автор фотоһы.