

Башҡортостанда Яңы йыл байрамында көслө ҡар яуғанда юлдарға меңгә яҡын берәмек махсус техника йәлеп ителеүе мөмкин. Юл хеҙмәттәре штат режимында эшләй.
Махсус техниканың Яңы йыл һәм Раштыуа байрамдарына әҙерлеген Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров рәйеслегендәге оператив кәңәшмәлә тикшерҙеләр.
Республикала юл хәлен контролдә тотоу һәм мониторинглау өсөн Юл хужалығы идаралығының ситуация үҙәге һәм «Приуралье» учреждениеһы, «Башкиравтодор» йәмғиәте тәүлек әйләнәһенә эшләй.
Юлдарҙа ғәҙәттән тыш хәл килеп тыуғанда республика халҡы түбәндәге телефондар буйынса мөрәжәғәт итә ала:
«Приуралье» юл идаралығы федераль ҡаҙна учреждениеһы: 8(347)286-07-18 йәки 7(917) 046-79-53;
Башҡортостан Республикаһы Юл хужалығы идаралығы дәүләт ҡаҙна учреждениеһы: 8(347)224-72-99 йәки 7(927) 955-11-00;
«Башкиравтодор» акционерҙар йәмғиәте: 8(347) 262-52-00 йәки 7 (927) 950-59-59.
Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/22623/