Йәмғиәт
25 Декабрь 2023, 11:45

Башҡортостанда сүп-сар контейнерҙары дүрт тапҡырға күбәйгән

Хәҙер улар 87 меңдән ашыу берәмек тәшкил итә.

Башҡортостанда сүп-сар контейнерҙары дүрт тапҡырға күбәйгәнБашҡортостанда сүп-сар контейнерҙары дүрт тапҡырға күбәйгән
Башҡортостанда сүп-сар контейнерҙары дүрт тапҡырға күбәйгән

Республикала ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар йыйыу өсөн контейнерҙар һаны 2018 йылдан алып дүрт тапҡырға артҡан һәм 87 меңдән ашыу берәмек тәшкил итә. Халыҡтың 99 проценты ҡалдыҡтар менән эш итеү буйынса коммуналь хеҙмәт менән файҙаланған.

Был хаҡта Башҡортостан Хөкүмәтендә Премьер-министр Андрей Назаров рәйеслегендә үткән ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү реформаһын тормошҡа ашырыу мәсьәләләре буйынса кәңәшмәлә әйтелде.

Министрҙар кабинеты башлығы 2023 йылда республиканың ҡалдыҡтар менән эш итеү өлкәһендә яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшеүенә иғтибарҙы йүнәлтте. Рәсәй төбәктәре араһында уҙғарылған «Йәшел премия» Бөтә Рәсәй конкурсы йомғаҡтары буйынса, Башҡортостан ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү һөҙөмтәлелеге буйынса Рәсәйҙең тәүге 10 төбәге иҫәбенә инде. Республиканың эшен Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары Виктория Абрамченко юғары баһаланы.

Был - республика Хөкүмәтенең, Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының, муниципалитеттарҙың һәм ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эщ иткән төбәк операторҙарының берлектәге һөҙөмтәле эшмәкәрлеге һөҙөмтәһе.

Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/22624/

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас