Йәмғиәт
25 Декабрь 2023, 09:00

Мәрйәм инәйгә – 100 йәш!

Эргә-тирәләгеләргә ярҙамсыл булған, көнләшеүҙән йыраҡ йөрөгән ул.

Мәрйәм инәйгә – 100 йәш!Мәрйәм инәйгә – 100 йәш!
Мәрйәм инәйгә – 100 йәш!

Өфө ҡалаһында ғүмер итеүсе Мәрйәм Вәлләмова 100 йәшен билдәләгән. Ғәҙәттә, йөҙйәшәрҙәр сығышы менән төпкөлдән, һауаһы саф булған ауылдан. Ғәжәп бит, Мәрйәм Ғәлиәкбәр ҡыҙы Башҡортостандың баш ҡалаһында донъяға килгән.

Әңгәмәсем әйтеүенсә, ул ҡаланың Авиация заводында контролер булып эшләгән, аҙаҡтан республикабыҙҙың Ауыл хужалығы министрлығына иҡтисадсы итеп алғандар. Ул ире менән бынамын тигән ул үҫтергән.

– Һәр саҡ асыҡ һәм яҡшы уйҙар менән йәшәүҙе бер нимә лә алмаштыра алмай, – ти Мәрйәм инәй. – Эргә-тирәләгеләргә ярҙамсыл булдым, көнләшеүҙән йыраҡ йөрөнөм.

Фото: "Комсомольская правда".

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас