

Йәйҙәрен мин ауылда йәшәйем. Өйөм бар. Ҡыш буйына бер кем йәшәмәгән, яғылмай торған өйҙө йәй башында йыуып-йышып, әйберҙәрҙе ҡаҡҡылап, белгән доғаларҙы уҡып йәшәп алып китәм мин. Әммә ҡыш буйына бер кем йәшәмәгән өйгә инеп, бер үҙең йәшәп алып китеү өсөн дә батырлыҡ кәрәк!
Бер мәл миңә тарантулдар эйәләште. Көнө буйына ер эше менән булышып, кисен мунса инеп, ҡайтып сисенеп, утты һүндереп, урыныма килеп ятһам, ҡолағым йомшаҡ бер нәмәгә төртөлдө. Ырғып килеп торҙом да йүгереп барып утты тоҡандырып ҡараһам, ҙу-у-ур ҡара үрмәксе! Үрмәксе түгел, хатта тарантул булып сыҡты (аҙаҡ күршеләрҙән һорашып белештем).
Ап-аҡ түшәгем өҫтөндә ҡап-ҡара ҙур йөнтәҫ тарантул тора. Ятамы, торамы шунда. Әйтерһең, мине көтөп ятҡан ир... Ап-аҡ түшәгемде асып ебәреүемде көтөп ята... Ни эшләргә? Ярҙам һорап кемгә йүгерәһең? Ауыл халҡы бик иртә ята, мин инде бик һуң ятам. Төн уртаһы, ауыл йоҡлай.
Диванға күсеп яттым. Ятманым, төнө буйы ултырып сыҡтым. Икенсе көнө хәл тағы ҡабатланды. Ятыр алдынан диванды ҡараһам, уның һөйәнгесендә ҡар-ҡара ҙур йөнтәҫ нәмәкәй тора. Йоҡо ҡасты. Креслоға барып ултырҙым. Тағы ултырып йоҡланым. Шулай ҡаҡшаттылар, шулай ыҙалаттылар.
Хәбәрем ауылға ла таралды. Күршеләрем баҙға өйҙәге бөжәктәрҙе бөтөрә торған "серная шашка" һалырға кәңәш итте. Шул нәмәне һорап магазинға барҙым, хәлемде һөйләнем. Хәбәремде ишетеп торған ике ирекәй: "Яңғыҙ ҡатын-ҡыҙҙарға ен эйәләшә!" - тип мәрәкәләп көлдө.
Магазинда "көкөрт" булманы, ҡалаға барып, бер нисәүҙе һатып алып ҡайттым. Нисек ҡулланыу тураһында күрһәтмәһен уҡыным да, шырпы алып, баҙға һикереп төштөм. Шырпыны сыйып, фителенә ут ҡабыҙҙым. Тиҙ генә тоҡанып, уныһы янып китте. Баҙ әсе төтөнгә сорналды.
Ә мин? Ә мин баҙҙан нисек сығам... Бейек, буй етмәй, һикереп сығып булмай, баҫҡыс юҡ. Етмәһә, төтөнгә быуыла башланым. Вәт, диуана... Ҡысҡырһам да, берәү ҙә ишетмәй. Хәлем бөтә башлағанын һиҙеп, ауыҙымды асмаҫҡа, ҡысҡырмаҫҡа булдым. Ҡысҡырыу менән дә бер кем ишетмәйәсәк. Эй маташтым, эй маташтым, тәки килеп сыҡтым бит.
Ошонан һуң да мине тарантул тигән йөнтәҫ ҙур үрмәксе ныҡ ҡаҡшатты. Ул йылды улар күп булды шул.
P.S. Ә йәшәргә кәрәк! Батырлығыңды байраҡ итеп эләһең дә йәшәй бирәһең. Тормош дауам итә.
Тарантул менән кем яҡындан таныш? Уның хаҡында ниндәй мәғлүмәттәр беләһегеҙ?
Автор: Тәнзилә Кейекбаева,
Баймаҡ районы, Сыңғыҙ ауылы.
Фото сығанағы: vk.com/id180176381, aguatoria.net.ru