

27 декабрҙә, Рәсәй Федерацияһы ҡотҡарыусылары көнөндә, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш идаралығының 22 янғын һүндереү-ҡотҡарыу отрядының Хәтер стелаһы янында хеҙмәт бурысын үтәгәндә һәләк булған хеҙмәткәрҙәр иҫтәлегенә сәскәләр һалыу тантанаһы үтте.
Ташҡа 62 фамилия уйып яҙылған. Был батырлыҡтары бер ҡасан да онотолмаясаҡ кешеләрҙең исемдәре.
Шулай уҡ иртәндән Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы башлығы Александр Куренковты барлыҡ ҡотҡарыусыларҙы һөнәри байрамдары менән ҡотланы.
“Бөгөн һөнәри байрамды Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының 300 меңдән ашыу шәхси составы билдәләй. Быйыл ведомство сафын Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларында, Херсон һәм Запорожье өлкәләрендә дүрт яңы бүлексә тулыландырҙы. Беҙҙең яугирҙәр инфраструктураны тергеҙеүҙә ярҙам итә һәм биләмәләрҙе минанан таҙарта. Уларҙың хеҙмәте айырым хәүеф менән бәйле – улар ут аҫтында эшләй.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы йыл һайын 200 меңдән ашыу кешене ҡотҡара, 400 меңгә яҡын янғынды һүндерә һәм 260-ҡа яҡын ғәҙәттән тыш хәл эҙемтәләрен бөтөрә. Шул уҡ ваҡытта илдә дөйөм тырышлыҡ менән ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә зыян күреүселәр һанын 26 процентҡа кәметеү мөмкин булды.
Былар барыһы ла бүлексәләрҙең оперативлығы һәм килешеп эш итеүе һөҙөмтәһендә. Һеҙгә иң ҡатмарлы шарттарҙа, мөмкинлектәр сигендә һәм һәр ваҡыт ғүмерегеҙ өсөн хәүеф менән һөнәри бурысығыҙҙы үтәргә тура килә. Ауырлыҡтар беҙҙең коллективты берләштерә һәм характерҙы нығыта.
Мохтаждарға ярҙам ҡулы һуҙмайынса, бәләгә тарығандарға ярҙам итмәйенсә йәшәү мөмкин түгел. Ҡотҡарыусылар өсөн милләт, дин һәм алыҫлыҡ мөһим түгел. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы үҙ эшен ошо принциптар нигеҙендә 33 йыл алып бара. Изге эштең нигеҙен хеҙмәт ветерандары һалған. Уларҙың тәжрибәһе – эйәреүселәр өсөн фән.
Беҙҙең йөрәктәрҙә һәләк булған коллегаларыбыҙҙың иҫтәлеге йәшәй. Ведомство традицияларҙы хөрмәт итә һәм ярҙамға беренсе булып килгән геройҙары менән дан тота.
Һеҙгә батырлыҡ, тоғролоҡ һәм ҡотҡарыу эшенә намыҫлы хеҙмәт иткәнегеҙ өсөн рәхмәт белдерәм. Изгелек, яҡшы кәйеф, киләсәккә ышаныс һәм бөтмәҫ-төкәнмәҫ оптимизм теләйем!” – тип әйтелә министр ҡотлауында.
Беҙ ҙә барлыҡ ҡотҡарыусыларҙы һәм уларҙың ғаилә ағзаларын байрам менән ҡотлайбыҙ!
Фото: mchsrb.