

Ишембай районының Алаҡай ауылы халҡына электән берҙәмлек хас. Быйыл да улар Яңы йыл байрамына бына тигән итеп әҙерләнгәндәр. Яңы йылға биҙәү буйынса конкурста ҡатнашыуҙары ла уларға сәм, дәрт өҫтәй. Ауыл эсендәге күл буйы ла үҙенә тартып тора. Унда каток та эшләп ҡуйғас, балалар унан өҙөлмәй. Клуб тирәһендә лә байрам кәйефе тойола, хатта шәхси йорт хужалары ла ситтә ҡалмай.
Быйыл Алаҡай ауылынан Зөбәржәт һәм Юлай Насыровтар “Иң матур биҙәлгән шәхси ихата” конкурсында һынау тота. Уларҙың йорт тирәһе ауылға йәм биреп ултыра.
Клуб, китапхана, ауыл халҡы тырышлығы менән ошондай матурлыҡ тыуҙырҙыҡ, ти ауыл хакимиәте башлығы Сәлимә Герасименко.
Фото: ауыл хакимиәте архивынан.