Йәмғиәт
30 Декабрь 2023, 13:00

Балаларҙы шатландырҙылар

Башҡортостан урмансылары махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә бүләк яһаны.

Балаларҙы шатландырҙыларБалаларҙы шатландырҙылар
Балаларҙы шатландырҙылар

Яңы йыл алдынан Башҡортостан урмансылары республикабыҙ халҡын яҡынлашып килгән байрам менән ҡотланы һәм үҙҙәренең бүләген махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә һәм күп балалы ғаиләләргә биреп ҡыуандырҙы.

Шулай уҡ балалар йорттары ла урмансыларҙың иғтибарынан ситтә ҡалманы, улар тәрбиәләнеүселәргә уйынсыҡтар, тәм-том һәм кәрәкле әйберҙәр бүләк итте.

Фото: Башҡортостан урман хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Автор:Таңсулпан Байтимерова
Читайте нас