Башҡортостан Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, 1 ғинуарҙан бер кешегә йәшәү минимумы 13753 һум тәшкил итәсәк. Быға тиклем ул 12650 һум булды.
Хеҙмәт йәшендәгеләр өсөн уның күләме 14991 һум, пенсионерҙарға – 12530 һум, балаларға – 13340 һум тәшкил итәсәк.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, йәшәү минимумы күләме гражданинды аҙ тәьмин ителгән категорияға индереү өсөн мохтажлыҡты баһалаған саҡта ҡулланыла. Бынан тыш йәшәү минимумына социаль түләүҙәр күләме лә бәйле. Йәғни йәшәү минимумы күтәрелеү менән балалы мохтаж ғаиләләр өсөн түләүҙәр ҙурлығы ла арта.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.