Йәмғиәт
2 Ғинуар 2024, 12:00

Тутыйғош инәйгә - 90 йәш!

Бәхетле инәйҙең бөгөнгө көндә 43 ейән-ейәнсәре, 26 бүлә-бүләсәре һәм бер тыуасары бар.

Тутыйғош инәйгә -  90 йәш!Тутыйғош инәйгә -  90 йәш!
Тутыйғош инәйгә - 90 йәш!

Яңы йылдың беренсе көнөндә Хәйбулла районының Сәғит ауылында йәшәгән Таштуғай ауылы ҡыҙы Тутыйғош Ҡотлоғәфәр ҡыҙы Мәмбәтова үҙенең 90 йәшен билдәләне. Юбилярҙы тәбрикләргә йола буйынса район, урындағы хакимиәт вәкилдәре, район ветерандар советы рәйесе һәм туғандары йыйылған.

Тутыйғош Ҡотлоғәфәр ҡыҙы күркәм тормош юлы үткән кеше. Ул - Герой әсә, тормош иптәше менән 11 балаға ғүмер биреп тәрбиәләп үҫтергәндәр. Бәхетле инәйҙең бөгөнгө көндә 43 ейән- ейәнсәре, 26 бүлә-бүләсәре һәм бер тыуасары бар. Уларҙың иғтибарын тойоп, ҡәҙер-хөрмәткә төрөнөп бәхетле ҡартлыҡ кисерә Тутыйғош Ҡотлоғәфәр ҡыҙы.
Матур юбилейы менән инәйҙе ҡотлайбыҙ, сәләмәтлек, күңел көрлөгө теләйбеҙ!

Фото һәм текст сығанағы: Хәйбулла районы башҡорттары Ҡоролтайы төркөмөнән.

Тутыйғош инәйгә -  90 йәш!
Тутыйғош инәйгә - 90 йәш!
Автор:Карима Усманова
Читайте нас