Йәмғиәт
3 Ғинуар 2024, 09:00

Буран сыға

Ҡыш ҡышлығын итә...

Буран сығаБуран сыға
Буран сыға

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы белдереүенсә, көндәрҙең һыуытыуы, көслө ел иҫеүе көтөлә.

Бөгөн, 3 ғинуарҙа, епшек ҡар яуыуы һәм урыны менән көслө ел иҫеүе көтөлә. Ел көнсығыштан, көньяҡ-көнсығыштан талғын. Һауа температураһы төндә -17, -22°, төньяҡ райондарҙа -32°, көндөҙ -1, -6°, төньяҡ райондарҙа -16°.

Иртәгә, 4 ғинуарҙа, урыны менән буран һәм боҙлауыҡ булыуы бар. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнсығыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә -2, -7°, урыны менән -12°, көндөҙ термометр бағанаһы 0, -5°күрһәтәсәк.

Оҙон юлға йәиһә тәбиғәткә ял итергә сығыусыларға һауа торошона бәйле кейенергә, юлдарҙа иғтибарлы булырға кәңәш ителә.

Фото: mchs.gov.ru

Автор:Карима Усманова
Читайте нас