Йәмғиәт
3 Ғинуар 2024, 12:00

Хаҡтар арта

Быйыл ниндәй аҙыҡ-түлеккә һәм хеҙмәткә хаҡтар арта?

Хаҡтар артаХаҡтар арта
Хаҡтар арта

Иң беренсе - коммуналь түләүҙәргә. Ил буйынса уртаса алғанда, 9,64 процентҡа. Был хәл июль айынан көтөлә.

Тағы ла тәмәке һәм араҡы ҡыйбатыраҡ буласаҡ. 1 июлдән сит ил паспорты алыуға дәүләт пошлинаһы бер мең һумға күбәйәсәк, балаларға - 500 һумға. Транспортты техник хеҙмәтләндереү ҙә инфляция кимәленә ярашлы ҡиммәтләнә.

Аҙаҡ-түлеккә килгәндә, етештереүселәр сауҙаны хаҡтар артыуы тураһында иҫкәртте лә инде. Ҡәһүә, дөгө, һут, кәнфит, һөт ризыҡтары 5-20 процентҡа артасаҡ.

Фото: "Башинформ" мәғлүмәт агентлығы.

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас