Блогер, армияла казарма емерелеү сәбәпле аяҡһыҙ ҡалған Рөстәм Нәбиев уҙған йылға йомғаҡ яһап, барыһын да Яңы йыл менән ҡотлай.
"Йыл да мәрхәмәтле булды, мин дә яуапһыҙ ҡалмам. Яҡшыһы ла, бер аҙ насары ла булды. Хәйер, ғүмеребеҙҙең һәр йылы кеүек инде. Һорау шунда: нимәгә иғтибар итергә? Насарын мин һәр саҡ онотам, ә яҡшыһын күбәйтергә тырышам. Һеҙгә лә шулай эшләргә кәңәш итәм.
Бөгөн мин - ысын мәғәнәһендә бай кешемен, тип әйтә алам. Минең иҫ киткес ҡатыным, иҫ киткес ҡыҙҙарым, ышаныслы дуҫтарым һәм йылдан-йыл яҡыныраҡ булған кешеләрем бар. Эйе, был мин һеҙҙең хаҡта.
Ғаиләбеҙ менән тағы бер йылды бергә үткәргәнегеҙ өсөн рәхмәт, ҡәҙерлеләрем. Ауыр хәлдәрҙә ярҙам иткәнегеҙ һәм еңеүҙәребеҙгә бергәләп шатланғанығыҙ өсөн рәхмәт. Беҙҙе нисек бар, шулай ҡабул иткәнегеҙ өсөн рәхмәт. Һеҙ - иң яҡшы аудитория, һеҙ - бер ғаилә.
Киләһе йыл һеҙҙең менән беҙҙең еңеүҙәр йылы буласаҡ. Беҙ бергәләп ярҙам итәсәкбеҙ, яҡшыраҡ була барасаҡбыҙ һәм үҫәсәкбеҙ. Беҙ донъяны яҡшыртасаҡбыҙ. 2024 йылда күрешербеҙ", - тип яҙған Рөстә Нәбиев үҙенең сәхифәһендә.
Үҙ сиратыбыҙҙа, беҙ былтыр Рөстәм Нәбиевтең хәйриәлек эше менән шөғөлләнгәнен билдәләп, ауыр хәлдә ҡалған кешеләргә күп ярҙам иткәнен әйтмәксебеҙ. Афарин, рәхмәт уға!
Фото: https://vk.com/rustam.nabiev92