+21 °С
Болотло
Был хәл Салауат ҡалаһында булған.
Бер ир магазинға араҡы һатып алырға барған, әммә уға алкоголь һатыуҙан баш тартҡандар. Ул өйөнә ҡайтып көрәк алып килеп, магазиндың кәштәләрен ватҡан. Хәҙер уға законға ярашлы яуап бирергә һәм зыянды ҡапларға тура киләсәк.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: Башҡортостанда Яңы йыл байрамдарында алкоголь һатыуға сикләүҙәр индерелде. 4, 5, 6 ғинуарҙа спиртлы эсемлектәрҙе 10.00 сәғәттән 17.00 сәғәткә тиклем һатып алырға мөмкин.
Фото: https://t.me/c/1601276259/13203