Йәмғиәт
5 Ғинуар 2024, 09:15

Тәүге таныҡлыҡтар тапшырылды

Президентлыҡҡа кандидат Владимир Путиндың үҙәк һайлау штабы рәйестәше Владимир Машков алдағы һайлауҙарға ышаныслы кешеләрҙең тәүге танытмаларын тапшырҙы.

Тәүге таныҡлыҡтар тапшырылдыТәүге таныҡлыҡтар тапшырылды
Тәүге таныҡлыҡтар тапшырылды

Владимир Путиндың https://putin2024.ru сайты хәбәр итеүенсә, таныҡлыҡтарҙы Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш трансплантологы Сергей Гаутье, балет артисы Сергей Полунин, летчик-космонавт Сергей Крикалев, «Беҙ Рәсәй менән бергә» хәрәкәте рәйесе Владимир Рогов, Ватан яугирҙәре ғаиләләре комитеты етәксеһе Юлия Белехова һәм башҡалар алды.

Владимир Путиндың ышаныслы кешеләре исемлегенә бөтәһе 346 кеше ингән. Башҡортостандан хирург, профессор, медицина фәндәре докторы Вил Тимербулатов һәм Республика инженер лицей-интернатының химия уҡытыусыһы Айнур Ғүмәров был исемлектә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәйҙә Президент һайлауҙары 2024 йылдың мартында үтәсәк. Төп тауыш биреү өс көн дауам итә — 15 марттан 17 мартҡа тиклем. Тәүге осор 25 февралдән 14 мартҡа тиклем үтәсәк.

 

Фото: https://putin2024.ru

 

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас