Яңы йыл байрамы айҡанлы шыршы аҫтына бүләктәр һалыу - күп кенә ғаиләләрҙә үтәлгән традиция. Әммә балалар үҫкән һайын уларҙың теләгенә, зауығына ярашлы бүләк алыу ҡатмарлаша кеүек. Журналист Тәнзилә Кейекбаеваның яҙмаһы ла ошо хаҡта.
"Яҡын танышым быйылғы Яңы йылда булған хәлде һөйләне. Шыршы аҫтына балаларына йыл да бүләк һалыуын белеп, күреп йөрөй торғайным.
- Хәҙер балаларым ҙурайҙы, ҡыҙым - 10-сы класта, улым 5-се класта уҡый бит инде, әммә Ҡыш бабайҙың бүләген йыл да көтәләр. Хәҙер элекке кеүек иртәнге таңды көтөп тормайҙар, төнөн үк бүләкте асалар. Аш бүлмәһендә ҡашығаяҡ йыуып йөрөй инем, залдан улымдың аҡырып илаған тауышын ишеттем. Барһам, бүләкте асҡан да: "Мин Ҡыш бабайҙан айфон һорағайным бит, ә нишләп ул миңә "бикфон" һалған?" - тип илай. "Бер айфоның бар бит, тағы нимәгә кәрәк?" - тиһәм, "Кәрәк шул, тегеһенең әллә нимәһе эшләмәй", - ти.
Ә ҡыҙыма шыршы аҫтына көмөш беләҙек һалғайным, ул уны асып ҡараны ла, ситкә һалып ҡуйҙы. Мин: "Ни эшләп таҡмайһың?" - тиһәм, ҡулын һуҙып күрһәтә. Баҡтиһәң, егете уға магнитлы беләҙек бүләк иткән икән. Уныһы яртышар йөрәкме шунда, бер-береһе менән "тыҡ" итеп йәбешә. Шул беләҙекте улай ҙа әйләндерә, былай ҙа... Үҙе ҡәнәғәт инде. Шулай.. Балалар үҫә. Киләһе йылда нимә һорарҙар икән? - тип тамамланы һүҙен танышым.
Эйе, һәр әсә балаларын яратып, уларҙың бәхетле бала сағын оҙайтырға теләп, Яңы йылда шыршы аҫтына бүләк әҙерләп һала. Ҡыш бабайға, яҡты өмөткә ышаныу балаларҙың мейеһенә бала саҡтан уҡ инә. Ышаныу, йылылыҡ тойғоһо, атай-әсәй хәстәре, бүләк... Баланың тулы бәхетте тойоуы. Балалар ҙурая, үҫеп, үҙ яртыһын эҙләй башлай, тапҡас, атай-әсәй ҡуйынын ҡалдырып, тыуған йортонан осоп сығып та китә... Өмөт, яҡты хыял уларҙы бәхетле итә..."
Ә һеҙ балаларығыҙға шыршы аҫтына бүләктәр һалаһығыҙмы? Уларҙың теләктәрен, талаптарын үтәү мотлаҡмы? Ошо хаҡта нимә уйлайһығыҙ?
Фото: mebellka.ru