Йәмғиәт
6 Ғинуар 2024, 06:00

Рәхәтләнеп ҡар көрәүе үҙе ни тора?!

Филология фәндәре кандидаты, ғалимә һәм яҙыусы Ғәҙилә Бүләкова Яңы йылдың тәүге көндәрен ҡар көрәүҙән башлаған. Ә һеҙҙең яҡта ҡар яуамы әле?

Рәхәтләнеп ҡар көрәүе үҙе ни тора?!Рәхәтләнеп ҡар көрәүе үҙе ни тора?!
Рәхәтләнеп ҡар көрәүе үҙе ни тора?!

Был хаҡта Ғәҙилә Мәҙәрис ҡыҙы үҙенең "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә яҙған һәм түбәндәге видеояҙманы урынлаштырған.

"Өр-яңы йылдың тәүге көндәренән үк бер туҡтауһыҙ ҡар яуа. "Яуһын, әйҙә, яуһын, байлыҡ, муллыҡ яуа бит ул, иген яуа!" - тигән булырҙар ине әүәл ололар.

Яуһын шул! Рәхәтләнеп ҡар көрәүе үҙе ни тора?! Әйткәндәй, ҡар көрәп йөрөгәнде Азалия ҡыҙым миңә һиҙҙермәй генә төшөрөп алған да ватсапҡа ырғытҡан. Махсус рәүештә төшөрһәләр ҙә, бытөһтө килештереп бумаһ ине: башта - дебет шәл, өҫтә - әсәйҙән ҡалған боронғо жакет куфайка, аяҡта - быйма, ҡулда - йорон бейәләйҙәр. Шәп! Эррәхәт!" - тигән ул.

Ә һеҙҙең яҡтарҙа ҡар яуамы әле?

Фото: видеонан скриншот.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас