Йәмғиәт
7 Ғинуар 2024, 14:30

“Бөрө билмәндәре” йәнә барыһын да бергә йыйҙы

7 ғинуарҙа Бөрөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров IV “Бөрө билмәндәре” гастрономия фестивалендә булды.

“Бөрө билмәндәре” йәнә  барыһын да бергә йыйҙы“Бөрө билмәндәре” йәнә  барыһын да бергә йыйҙы
“Бөрө билмәндәре” йәнә барыһын да бергә йыйҙы

2020 йылдан алып үткәрелә башлаған был сара республика туризмының визит карточкаларының береһенә әйләнде. Унда кулинария йолалары һәм яңы идеялар, ватан аҙыҡ-түлеген – билмән, манты, соус, кетчуп – етештереүселәр эшмәкәрлеге менән танышалар.

Фестивалдең төп сәхнәһендә сәләмләү һүҙендә Башҡортостан Башлығы Бөрөлә йәшәүселәрҙе һәм ҡала ҡунаҡтарын Яңы йыл байрамдары менән ҡотланы. Ул һуңғы ваҡытта ҡаланың төбәктәге туристик үҙәктәрҙең береһе булараҡ  уңышлы ғына үҫеше тураһында хәбәр итте.

 – Иң тәү сиратта һеҙҙе Раштыуа байрамы менән ҡотларға теләйем. Был – яҡты, изге байрам. Ошо көндә ғаиләләр менән осрашабыҙ, изге эштәр ҡылабыҙ. Беҙҙең күп милләтле республикала бындай байрамдарҙы Башҡортостанда йәшәгән барлыҡ халыҡ менән билдәләйбеҙ, - тине Радий Хәбиров.

Фестивалдә Радий Хабиров сараның тематик зоналарында булды һәм билмәнде ауыҙ итеп ҡараны. Бөрө районы хакимиәте башлығы Антон Талалов фестиваль майҙансығында билмән етештереүселәр араһында бәйгеләр, шеф-ашнаҡсылар араһында ярыштар, “Победа” район гәзите бүләктәренә таҡмаҡтар конкурсы үткәрелеүе, интерактив зоналар эшләүе тураһында әйтте.

Оҫталар йәрминкәһендә республика Башлығы Бөрө етештереүселәре менән аралашты. Радий Хәбиров Башҡортостанда халыҡ художество промыслалары оҫталарының үҙ эшен үҫтереүгә финанс ярҙамы алыуы өсөн республика программаһының ғәмәлдә икәнлеген хәтергә төшөрҙө. Республика етәксеһе ҡорамалдар, сеймал, инструменттар һәм сығым кәрәк-яраҡтарын һатып алыуға дәүләт субсидияларын файҙаланырға саҡырҙы.

Бөрөлә йәшәүсе өлкән йәштәгеләр төбәк Башлығына “Башҡорт оҙон ғүмерлелеге” программаһы ярҙамында республиканың матур төбәктәрен ҡарай алыуҙары тураһында һөйләне. Улар хаҡлы ялда ваҡытты әүҙем үткәрә алыу мөмкинлеге өсөн рәхмәт белдерҙе.

- Бәхетле йөҙҙәрегеҙ, күҙҙәрегеҙ ҡыуандыра. Ошондай әүҙемлекте күреүе ҡыуандыра. Был бик шәп. Ә программаны артабан да үҫтерәсәкбеҙ, - тине Радий Хәбиров.

“Внедорожник” спорт-туристик клубы етәксеһе Сергей Швецов Бөйөлә автоһөйөүселәр ярҙам  һораясаҡ йәки шәхси транспорт менән бәйле штаттан тыш осраҡтарҙа хатта үҙҙәре ярҙам күрһәтә аласаҡ майҙансыҡты ойоштороуҙары тураһында хәбәр итте. Шуныһы үҙенсәлекле: ярҙам бушлай күрһәтелә.

Фестиваль барышында Башҡортостан Башлығы урында йәшәүселәр менән аралашты. Улар һораған мәсьәләләрҙеңбереһе – Бөрөлә уҡтаны атыу мәктәбен ойоштороу. Радий Хәбиров муниципалитет хакимиәтенә ошоға ярашлы тәҡдимдәрҙе бирергә ҡушты.

Әйткәндәй, 2015 йылда Өфө фән һәм технологиялар университетының Бөрө филиалы базаһында “Бөрө уҡсылары” хәрби-тарихи клубын ойошторғандар. Уның ағзалары йыш ҡына Ватан тарихының XVII быуаттағы осорон тергеҙгән тематик фестивалдәрҙә әүҙем ҡатнаша.

 – Тренерҙарыбыҙ үҙ балалары өсөн “көйә”. Һәм уҡтан атыу буйынса мәктәп тураһындағы үтенес тә дөрөҫ, - тине Радий Хәбиров. – Беҙ спорт ҡоролмаларын төҙөү буйынса насар булмаған алға китеш яһаныҡ. Өс объектты – Көрәш, Фехтование һарайҙарын, Ишкәкле слаломдың сираттағы этабы төҙөлөшөн тамамлаясаҡбыҙ. Был - Өфөлә. Күптән түгел Октябрьскийҙа ҙур боҙ һарайын төҙөнөк һәм ыңғай бассейн төҙөү өсөн таш һалдыҡ. Тағы Баймаҡта төҙөп бөтөлмәгән боҙ һарайы бар. Уны ла тамамларға тейешбеҙ.

Ҡаланың тарихи үҙәгендә Башҡортостан Башлығы Бөрө епархияһының Изге Троицк кафедраль ҡорамында булды. 2020 йылдан уның биләмәһендә “Рухи оҙон ғүмерлелек” рухи-мәғариф үҙәге эшләй. Уның эшмәкәрлеге милләт-ара һәм конфессия-ара мөнәсәбәттәргә булышлыҡ итеүгә, үҫтереүгә йүнәлтелгән.

Төбәк етәксеһе руханиҙарҙы, бында килгәндәрҙе Раштыуа байрамы менән ҡотланы, шулай уҡ ҡалала йәшәүселәр һәм ҡунаҡтар менән аралашты.

- Башҡортостандағы күп кенә ҡорамдарҙа булам. Республикабыҙҙа барлыҡ религияларға ла хөрмәт менән ҡарайҙар. Уларҙың береһе лә насар нәмәләргә, уйҙарға өндәмәй. Әгәр кеше ҡорамға бара икән, яҡшы. Беҙҙә православие ҡрамдары әүҙем үҫешә. Беҙ шулай уҡ Өфөләге “Әр-Рәхим” мәсете төҙөлөшөн тамамлау тураһындағы ҡарарҙы ҡабул иттек. Ул оҙаҡ ҡына төҙөлөп бөтмәй торҙо, техник етешһеҙлектәр ҙә бар. Айырым конструкцияларҙың ныҡлығын тикшереү мөһим. Финанс сығанағы буйынса асыҡ аңлау ҙа бар, - тине Радий Хәбиров. – Бөрөлә рухи-мәғариф үҙәге уңышлы үҫешә. Ошондай үҙәктәр Баҡалы районының Буғабаш ауылында, Белоретта төҙөлә. Улар рухи тәрбиәнең бик мөһим миссияһын атҡара. Һуңғы йылдарҙа “Бөрө билмәндәре” кеүек сараларҙа эскән кешеләр юҡ, тиерлек икәнлеген күрәм. Был – кешеләрҙе йәлеп иткән байрамдар мәҙәниәте лә.

Фотолар,сығанаҡ: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/173843.html

“Бөрө билмәндәре” йәнә  барыһын да бергә йыйҙы
“Бөрө билмәндәре” йәнә  барыһын да бергә йыйҙы
“Бөрө билмәндәре” йәнә  барыһын да бергә йыйҙы
“Бөрө билмәндәре” йәнә  барыһын да бергә йыйҙы
“Бөрө билмәндәре” йәнә  барыһын да бергә йыйҙы
“Бөрө билмәндәре” йәнә  барыһын да бергә йыйҙы
“Бөрө билмәндәре” йәнә  барыһын да бергә йыйҙы
“Бөрө билмәндәре” йәнә  барыһын да бергә йыйҙы
“Бөрө билмәндәре” йәнә  барыһын да бергә йыйҙы
“Бөрө билмәндәре” йәнә  барыһын да бергә йыйҙы
“Бөрө билмәндәре” йәнә  барыһын да бергә йыйҙы
“Бөрө билмәндәре” йәнә  барыһын да бергә йыйҙы
“Бөрө билмәндәре” йәнә  барыһын да бергә йыйҙы
“Бөрө билмәндәре” йәнә  барыһын да бергә йыйҙы
“Бөрө билмәндәре” йәнә барыһын да бергә йыйҙы
Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас