Йәмғиәт
7 Ғинуар 2024, 07:15

Был хәйриә һәм мәрхәмәтлелек ваҡыты ла...

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Раштыуа байрамы менән ҡотланы.

Был хәйриә һәм мәрхәмәтлелек ваҡыты ла...Был хәйриә һәм мәрхәмәтлелек ваҡыты ла...
Был хәйриә һәм мәрхәмәтлелек ваҡыты ла...

“Бөгөн православныйҙар Раштыуа байрамын билдәләй. Илдәге иң билдәле һәм яҡты байрамдарҙың береһе ул, - тиелә ҡотлауҙа. – Барлыҡ үҙгәрештәргә ҡарамай, ваҡыт иң мөһименә ҡағылманы – Раштыуа элеккесә үҙенең төп мәғәнәһен юғалтмаған һәм Иисус Христостың ер донъяһына кеше гөнаһтарының кисерелеүе – барлыҡ кешелеккә ожмахҡа юлды асыу һәм йәндәрҙе ҡотҡарыу өсөн килеүе тураһында иҫкәртә.

Раштыуа байрамы – хәйриә һәм мәрхәмәтлелек, ярҙамыбыҙға һәм хәстәрлегебеҙгә мохтаждарҙың ысын иғтибары ваҡыты ла. Изге патриарх Алексий II был осор тураһында: “Христос Раштыуаһын билдәләйбеҙ, сөнки ул бер килгәс, кешеләргә тыныслыҡ һәм шатлыҡ килтерә!” – тип әйтте. Ҡәҙерле дуҫтар, һеҙгә йөрәгегеҙҙә Раштыуа йылылығын тотош йыл буйына һаҡланыуыун теләйем. Һеҙгә һәм яҡындарығыҙға сәләмәтлек!

Байрам менән!”
Фото, сығанаҡ: vk.com/agnazarov

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас