“Ихатабыҙға Яңы йыл килде!” бәйгеһе еңеүселәре асыҡланды. Был үҙенсәлекле конкурс Әбйәлил районының Амангиле ауылы биләмәһендә ( хакимиәт башлығы – Вадим Абдуллин) үткәрелгәйне. Бүләктәр ҙә үҙенә күрә тос ҡына ине.
Гран-при – мунсаға – Рысҡужа ауылынан Л.Н. Ғәйфуллин лайыҡ булды. Уға бүләкте “Альянс” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте ( етәксеһе – Р.С. Шаһыбалов) әҙерләгән.
Һәр ауылдан призлы урын яулағандар аҡсалата бүләккә лайыҡ булды. 1-се урынға – 5000, 2-се урынға - 3000, 3-сө урынға 2000 һум ҡаралғайны.
Призлы урынға лайыҡ булыусылар түбәндәгеләр:
1-се урын (Амангилде) - Даушев И.И.
2-се урын (Амангилде) - Камалов Ф.Х.
3-сө урын (Амангилде) - Лоҡманов Ф.И.
1-се урын (Әбделғәзе) – Кинйәбулатов Р.Р.
2-се урын (Әбделғәзе) - Рәхимов З.Р.
3-сө урын (Әбделғәзе) - Исхаҡов И.А.
1-се урын (Ҡаҙмаш) – Тахаув А.А.
2-се урын.(Ҡаҙмаш) - Дауытова И.М.
3-сө урын (Ҡаҙмаш) – Хәкимов Ф.Ф.
1-се урын (Рысҡужа) – Ҡотләхмәтов А.З.
2-се урын (Рысҡужа) – Хөсәйенов С.Ю.
1-се урын (Үтәгән) – Солтанов Х.Ф.
2-се урын (Үтәгән) – Йәһүҙин А.З.
3-сө урын (Үтәгән) - Заһитов И.З.
Ошондай бик матур сараны ойошторған Амангилде ауылы биләмәһе хакимиәтенә, сарала бик ихлас, дәррәү ҡатнашҡандарға “Афарин!” тип әйтергә генә ҡала. Быйылғы Аждаһа йылы бәхет, именлек, тыныслыҡ, һаулыҡ, шатлыҡ-ҡыуаныстар ғына килтерһен, һәр башланғыс-эшегеҙ уң булһын!
Фотолар, сығанаҡ: Амангиле ауылы биләмәһе хакимиәте башлығы Вадим Абдуллин.