Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республикала Яңы йыл байрам сараларын үткәреү йомғаҡтары тикшерелде.
Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова һөйләүенсә, төбәктә бөтәһе 28 меңдән ашыу Яңы йыл сараһы уҙғарылған. Шыршы ҡаласыҡтарында һәм асыҡ һырғалаҡтарҙа халыҡ өсөн күңел асыу, йәрминкәләр, байрам программалары 2 миллион самаһы кеше йыйҙы.
Яңы йыл каникулдарында республиканың дәүләт театр-концерт учреждениеларында 1 120 театрлаштырылған тамаша, спектакль, концерт һәм күңел асыу программалары ойошторолдо. Уларҙы 243 мең кеше ҡараған, улар иҫәбендә – махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың 4,8 мең ғаилә ағзаһы.
Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Илдар Мәүлетбирҙин хәбәр итеүенсә, республика шыршыһына бөтә республиканан 1 100 бала – уҡыу алдынғылары, олимпиада һәм спорт ярыштары еңеүселәре, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балалары, сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән балалар, шулай уҡ ишле ғаиләләрҙә үҫкән һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар килде. Уларҙың барыһы ла Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтан иҫтәлекле бүләктәр алды.
Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов белдереүенсә, “Яңы йыл каникулдары. Терра ҡыш” фестивален Өфөнөң Совет майҙанында 31 декабрҙән 3 ғинуарға тиклем 30 мең кеше һәм ҡунаҡ ҡараған.
Байрам саралары Мәскәүҙә “Рәсәй” халыҡ-ара күргәҙмә-форумы сиктәрендә лә уҙҙы. Башҡортостан стендында 28 декабрҙән 8 ғинуарға ҡәҙәр Ҡыш бабай резиденцияһы урынлаштырылды, унда күңел асыу программалары һәм тематик оҫталыҡ дәрестәре ойошторолған. Яңы йыл каникулдарында стендҡа 350 меңдән ашыу кеше килгән.
Башҡортостандың спорт министры Руслан Хәбибов 1-8 ғинуарҙа Спорт һәм һаулыҡ декадаһы сиктәрендә 1 400 физкультура һәм спорт сараһы уҙғарылыуын хәбәр итте. Улар иҫәбендә – Яңы йыл ғаилә уйындары, Вәғәҙәләр уҙышы, Раштыуа турнирҙары, саңғы ярыштары. Ярыштарҙа 600 меңгә яҡын кеше ҡатнашты.
10 ғинуарҙан Мәскәүҙә “Рәсәй” халыҡ-ара күргәҙмә-форумда “Спорт еңеүенә - 100 йыл” Башҡортостан спорты аҙналығы старт ала. Унда Башҡортостандан олимпия чемпиондары һәм легендар спортсылар Тимур Сафин, Аделина Заһиҙуллина, Азалия Әминева, Эльбрус Ниғмәтуллин, Тамара Танһыҡҡужина, Айгөл Иҙрисова, Рима Баталова һәм башҡалар ҡатнаша.
Әбйәлил районы хакимиәте башлығы Илдар Нафиҡов оператив кәңәшмәлә Яңы йыл каникулдары осоронда имен булмаған ғаиләләр менән эште ойоштороу тәжрибәһе менән уртаҡлашты.
– Статистикаға ярашлы, байрам көндәрендә бәхетһеҙлек осраҡтарының 70-75 проценты спиртлы эсемлектәр менән мауыҡҡан һәм янғын хәүефһеҙлеге талаптарын үтәмәгән ғаиләләрҙә теркәлә, – тип билдәләне Илдар Нафиҡов. – Шуға күрә һәр имен булмаған ғаиләгә беҙ ауылдың урындағы активы вәкилен беркеттек. Ул көнөнә ике тапҡыр ғаиләһенә килеп китә һәм район штабына хәбәр итеп тора. Әйтәйек, 2024 йылда муниципалитеттың 454 имен булмаған ғаиләһе байрамдарҙа даими күҙәтеү аҫтында булған.
Әбйәлил районында бындай патронаж эшмәкәрлек 2019 йылдан алып барыла. Муниципалитетта биш йыл эшләү осоронда оператив эш итеү системаһы әҙерләнгән.
– Алкоголь менән ағыуланған кешеләрҙе район дауаханаһының профилле бүлегенә оҙатабыҙ, – тине Илдар Нафиҡов. – Ата-әсәләре спиртлы эсемлектәрҙе артыҡ ҡулланған балаларҙы балалар лагерына урынлаштырабыҙ, улар өсөн сифатлы туҡланыу һәм ял саралары ойошторабыҙ.
Шулай уҡ штаб янғын сығыуға юл ҡуймау өсөн йылытыу миҙгеле башланыр алдынан иҫкәртеү эштәрен ойоштора. 2023 йылда 70 имен булмаған ғаиләнең йортонда электр сымы алмаштырылған, 47 йылытыу мейесе ремонтланған, өс йортта капиталь ремонт үткәрелгән.
Илдар Нафиҡов, бындай тәжрибә янғындарҙың кәмеүенә, шулай уҡ социаль етемдәр һәм ата-әсә хоҡуғынан мәхрүм ителгәндәр һанының кәмеүенә килтерҙе, тип билдәләне.
Радий Хәбиров муниципалитет башлыҡтарына Әбйәлил районының тәжрибәһен өйрәнергә, ә республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығына имен булмаған ғаиләләр менән эшләү буйынса тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушты.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров профилле министрлыҡ һәм ведомстволарға Яңы йыл байрамдарында эште ойошторған һәм байрам сараларын үткәргән өсөн рәхмәт белдерҙе.
– Яңы йыл республикала лайыҡлы, етди ғәҙәттән тыш хәлдәрһеҙ үтте, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Айырыуса хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәттәренә рәхмәт белдерәм, улар халыҡтың именлеген тәьмин итте.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.