2024 йылда Росреестр Башҡортостан Республикаһының Күп функциялы үҙәк офистарында эшҡыуарҙар, граждандар һәм күсемһеҙ милек баҙарында профессиональ ҡатнашыусылар өсөн күсмә консультациялар уҙғарыуҙы дауам итә.
Саралар айҙың һәр беренсе шишәмбеһендә 15:00 сәғәттән 18:00 сәғәткә тиклем республиканың 16 муниципаль берәмегендә «Минең документтарым» офистары майҙансыҡтарында үтәсәк.
Сараға бөтәһе 17 офис йәлеп ителә. Беренсе консультация 2024 йылдың 16 ғинуарында була.
Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/22705/