Йәмғиәт
9 Ғинуар 2024, 14:00

Майҙа уға йөҙ йәш тулыр ине

Һуғыш ветераны арабыҙҙан китте. 

Майҙа уға йөҙ йәш тулыр инеМайҙа уға йөҙ йәш тулыр ине
Майҙа уға йөҙ йәш тулыр ине

Бөгөн Дүртөйлө районы ауыр юғалтыу кисерә, тип хәбәр итә район хакимиәте башлығы Риф Йосопов.

- Май айында Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Йәүҙәт Фазылбәк улы Ғиләжевҡа 100 йәш тулыр ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул был юбилейын ҡаршы ала алманы...

Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының һаны кәмегәндән-кәмей. Улар менән хушлашыуы ауыр. Бөтә донъя фашистик Германия менән көрәшкән мәлдәрҙең шаһиттары арабыҙҙан китә, - тип яҙа социаль селтәрҙәрендә Риф Йосопов.

1936 йылда, малайға 12 йәш булғанда, ауылдарынан егерме ғаилә Үзбәкстанға күсергә ҡарар итә. Әммә яңы ерҙә тормоштары уңға китмәй, ситтә солтан булғансы, үҙ ереңдә олтан бул тип, улар ҡайтырға ҡарар итә. Әммә тыуған яҡтарға ҡайтыу шатлығы һуғыш башланыу хәсрәте менән баҫыла. Ҡулында көс булған ир-егет фронтҡа алына, үҫмер малайҙар уларҙы алмаштыра. Үгеҙ егеп ер һөрәләр, сәсәләр, уңыш йыялар, бесән эшләйҙәр. Хәрби хеҙмәткә егетте 1942 йылдың көҙөндә саҡыралар. Ырымбурҙа хәрби әҙерлек үткәс, курсанттарҙы Карелияға ебәрәләр. Ошо ерҙәрҙә үтә лә инде Йәүҙәт Фазылбәк улының яу юлы. Бер нисә тапҡыр яралана, әммә госпиталдә оҙаҡ ятмай, шунда уҡ алғы һыҙыҡҡа ебәреүҙәрен һорап, ҡулына мылтыҡ ала. Тик һуңғы яраһы айырыуса ныҡ була. Госпиталдән һуң уға өс айлыҡ ял бирәләр.

Медицина хеҙмәткәре оҙатыуында ул 1945 йылдың 5 майында, үҙенең тыуған көнөндә, ҡайтып төшә. Дүрт көндән иһә һуғыш тамамланыу тураһында шатлыҡлы хәбәр килә.

Әммә һуғыш яраһы оҙаҡ сейләнеп тора. Төҙәлгәс, умартасылыҡ менән шөғөлләнә. Ветеринарға уҡып сыға.  Ҡатыны Миңйыһан менән алты тиҫтә йыл бергә атлайҙар. Тик Миңйыһан инәй тормош иптәшенән алдараҡ баҡыйлыҡҡа күсә. Һуңғы йылдары ҡыҙҙары атаһын ҡәҙерләп ҡарай.

Бөйөк Ватан һуғышы ветераны “Батырлыҡ өсөн”, “1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн”, Жуков миҙалдары менән наградланған.

Фотолар Дүртөйлө районы хакимиәтенән алынды.

Майҙа уға йөҙ йәш тулыр ине
Майҙа уға йөҙ йәш тулыр ине
Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас