Йәмғиәт
11 Ғинуар 2024, 10:30

Яугирҙәр өй һалмаһын һорай

Тиҙҙән алғы һыҙыҡта тәмле һурпа эсәсәктәр...

Яугирҙәр өй һалмаһын һорайЯугирҙәр өй һалмаһын һорай
Яугирҙәр өй һалмаһын һорай

Яңы йыл каникулында Ҡариҙел район ҡатын-ҡыҙҙары махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн өй һалмаһын әҙерләне.

Яугирҙәр һурпа әҙерләү өсөн өй һалмаһын һораған. “Ҡариҙелдәребеҙ биргән бөтә нәмә йәнде йылыта”, - тип уртаҡлашҡан улар.

Өй һалмаһын яҡташтары - "Луна" исеме аҫтында йөрөгән шәфҡәт туташы аша ебәрәсәктәр. Ул контракт буйынса хеҙмәт итә, әле ялға ҡайтҡан, әммә тиҙҙән яңынан фронтҡа юллансаҡ.

Ҡатын-ҡыҙҙар үҙ ауылдарында һалма ҡырҡыуҙы бик ихлас ойошторған. Тәүгеләрҙән булып эшкә Мерәсем, Яңы Бәрҙәш ауылдары ҡатын-ҡыҙҙар советтары, Абыҙ, Байҡыбаш ауылдары клубтары һәм Ҡариҙел күп функциялы ауыл клубы әүҙемселәре ҡушылған.

Улар яҡшы киптерелгән һәм төрөлгән ризыҡты гуманитар ярҙам ҡабул итеү пунктына килтергән дә инде.

Фото сығанағы: vk.com/club141289563

Яугирҙәр өй һалмаһын һорай
Яугирҙәр өй һалмаһын һорай
Яугирҙәр өй һалмаһын һорай
Яугирҙәр өй һалмаһын һорай
Яугирҙәр өй һалмаһын һорай
Яугирҙәр өй һалмаһын һорай
Яугирҙәр өй һалмаһын һорай
Яугирҙәр өй һалмаһын һорай
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас