Стәрлетамаҡ муниципаль районы советының сираттан тыш ултырышы булып үтте. Депутаттар район хакимиәте башлығы вазифаһына конкурс үткәреү тураһында ҡарар ҡабул итте. Ә шул осорҙа район хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыуҙы Рита Сәмиғуллинаға йөкмәттеләр.
Рита Мәҙәрик ҡыҙы Сәмиғуллина ошоғаса район хакимиәте башлығы урынбаҫары вазифаһын башҡарҙы. Райондың элекке етәксеһе Евгений Волков үҙ теләге менән эштән китеүе тураһында ғариза яҙғайны. Яңы етәксегә уңыштар, дәрт-дарман юлдаш булһын!
Фото: Стәрлетамаҡ районы хакимиәте.