Йәмғиәт
13 Ғинуар 2024, 10:00

Улар - кескәй геройҙар

Һаулыҡтары насар булыуына ҡарамаҫтан, улар тормошҡа шатлана һәм мөғжизәгә ышана белә.

Улар -  кескәй геройҙарУлар -  кескәй геройҙар
Улар - кескәй геройҙар

Өфөлә үҙенсәлекле балалар өсөн бишенсе Аксаков шыршыһын үткәрҙеләр. Быйыл байрамға саҡырылған 250 бала араһында әле  атайҙары махсус хәрби операция биләмәһендә булғандар ҙа бар.

Радий Хәбиров был балаларҙы ысын мәғәнәһендә кескәй геройҙар тип атаны. Һаулыҡтары насар булыуына ҡарамаҫтан, улар тормошҡа шатлана һәм мөғжизәгә ышана белә.

Башҡортостанда йәмғеһе 20 меңгә яҡын үҙенсәлекле бала иҫәпләнә. Республика Башлығы бөтә муниципалитеттарҙа ла ошондай байрамдар үткәрергә ҡушты.

2024 йыл Башҡортостанда - Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр тураһында хәстәрлек күреү йылы. Аксаков шыршыһы ҡунаҡтары өсөн уның нисек башланыуы тураһында видеола. Балаларҙың сиктән тыш эмоциялары - баһалап бөткөһөҙ!

Фото: Радий Хәбировтың сәхифәһенән

Автор:Карима Усманова
Читайте нас