Йәмғиәт
15 Ғинуар 2024, 12:00

100 йәшлек Бәзихә Усманова ойоҡбаштар бәйләй

Ил һаҡсыларын һәр йәһәттән дә йылытһын

100 йәшлек Бәзихә Усманова ойоҡбаштар бәйләй100 йәшлек Бәзихә Усманова ойоҡбаштар бәйләй
100 йәшлек Бәзихә Усманова ойоҡбаштар бәйләй

Ейәнсура районының Үтәғол ауылында ғүмер итеүсе Бәзихә Усмановаға – 100 йәш! Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, инәй тик ултырмай. Бәзихә Бикмырҙа ҡыҙының ойоҡбаштар бәйләүе шуға асыҡ миҫал.

– Мин бәйләгән ошо ойоҡбаштар махсус хәрби операциялағы һалдаттарға барып етһен, беҙҙән ҙур сәләм итеп ҡабул итһендәр, ил һаҡсыларын һәр йәһәттән дә йылытһын, – тип һөйләй Бәзихә Усманова.

Бәзихә һәм Миңлеғәле Усиановтар һигеҙ балаға ғүмер иткән. Бәзихә инәй бөгөн Миңйыһан ҡыҙының ҡәҙер-хөрмәтендә көн итә.

Фото: Миңйыһан Усманова.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас