Йәмғиәт
16 Ғинуар 2024, 10:00

Кем ҡарҙан таҙартыр?

Һәр береһе рәхәтләнеп һырғалаҡ өйә, сәңгелдәктә бәүелә, арҡанда өйөрөлә...

Кем ҡарҙан таҙартыр?Кем ҡарҙан таҙартыр?
Кем ҡарҙан таҙартыр?

Балалар уйын майҙансыҡтары юҡ саҡта, ҡалалағы гараж баштарынан малайҙар, хатта ҡыҙҙар ҙа төшә белмәне, ә ауылдарҙа тау тирәһе, йылға буйҙары бала-саға тауышынан гөрләп торҙо.

Бөгөн иһә хәлдәр бүтәнсәрәк, ҡалаларҙағы ла, ауылдарҙағы ла ошо уйын майҙансыҡтарынан малайҙар һәм ҡыҙҙар өҙөлмәй. Һәр береһе рәхәтләнеп һырғалаҡ өйә, сәңгелдәктә бәүелә, арҡанда өйөрөлә.

Ә һеҙ беләһегеҙме, ошо балалар уйын майҙансыҡтарын кем тәртиптә тоторға тейеш икәнен? Йәйгеһен, ярай, бер нисә урында күренеп ятҡан ҡағыҙ киҫәге аяҡҡа эләгеп йонсотмай. Ә бына ҡышҡыһын балаларҙың яратҡан урынын кем ҡарҙан таҙартырға тейеш?

Хөрмәтле дуҫтарыбыҙ, һеҙ нисек уйлайһығыҙ? Был йәһәттән һеҙҙең уйын майҙансығыҙҙы көрт баҫманымы?

Фото: Илдар Аҡъюлов.

Автор:Ильдар Акьюлов
Читайте нас