Йәмғиәт
16 Января 2024, 13:40

Тәҡдимеңде ебәреп өлгөр

Башҡортостан кешеләре “Яңы заман өсөн көслө идеялар” IV Бөтә Рәсәй форумында ҡатнашыу өсөн 753 проект тәҡдим иткән.

Тәҡдимеңде ебәреп өлгөрТәҡдимеңде ебәреп өлгөр
Тәҡдимеңде ебәреп өлгөр

Республика Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостан кешеләре “Яңы заман өсөн көслө идеялар” IV Бөтә Рәсәй форумында ҡатнашыу өсөн 753 проект тәҡдим иткән. Йыл һайын уҙғарылған сара Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса Стратегик башланғыстар агентлығы тарафынан ойошторола һәм Рәсәй суверенитетын нығытыуға һәм милли маҡсаттарға өлгәшеүгә тос өлөш индерәсәк проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙы тәьмин итеүгә йүнәлтелгән. Быйыл форумды ойоштороуҙа “ВЭБ.РФ” дәүләт үҫеш корпорацияһы ярҙам итте.

– “Яңы заман өсөн көслө идеялар” форумы илебеҙҙә дүртенсе тапҡыр уҙғарыла. 2023 йылда Башҡортостан кешеләре форумға 2200-ҙән ашыу проект ебәргән, ә брендтар конкурсында беҙҙең төбәктән 1 446 идея килгән. Ағымдағы йылда беҙ проект авторҙарынан ғаризаларҙың күп булыуын күрәбеҙ, – тип билдәләне Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – Башҡортостан Республикаһының иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов.

Быйыл форумда ҡатнашыу өсөн бер нисә йүнәлеш буйынса үҙ идеяларығыҙҙы ебәрә алаһығыҙ:

- Халыҡтың йәшәү сифаты;

- Иҡтисадты һәм эшҡыуарлыҡты үҫтереү;

- Тормош өсөн киңлек;

- Һөҙөмтәле хеҙмәт һәм мәғариф;

- Технологик үҫеш;

- Мәғлүмәттәр иҡтисады һәм һанлы ҡарарҙар;

- Һөҙөмтәле дәүләт

“Яңы ваҡыт өсөн көслө идеялар-2024” форумына ғаризалар 2024 йылдың 31 ғинуарына тиклем Росконгрестың крауд-платформаһында ҡабул ителә. Бынан һуң эксперттар тәүге 1000 һәм тәүге 100 идеяны һайлап аласаҡ, уларҙың иң яҡшылары ил етәкселегенә тәҡдим ителәсәк.

Фото һәм сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/22738/

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас