Яуҙаштар! Полкташтар!
Провокаторҙар хужаларының кеҫәһенән сығарылған милләтселек лозунгтарын күтәрә. Күп милләтле хәрби берәмектә провокаторҙарға урын юҡ. Полкка шәхсән һәм республика тарафынан даими ярҙам күрһәткән Башҡортостан Башлығына ныҡлы терәк булырға тейешбеҙ. Милләтселек сире беҙҙең коллективҡа үтеп инә алмаясаҡ.
Бындай провакацияларҙың кем тарафынан уйланып ойошторолоуы яҡшы билдәле. Видеоны төшөрөүселәр эш хаҡын ғаиләһенә түгел, бәлки, шул блогер эко-активистар иҫәбенә күсерәлер.
Һайлауға әҙерлек ваҡытында ла яуҙағы кеүек берҙәмлек мөһим. Провокаторҙарға беҙҙең сафта урын юҡ.
Был хыянат! Атайсалға, халҡыбыҙға, тыуған илгә һәм полкка хыянат!
"Башҡортостан" полкы танкистары халыҡ, дөрөҫлөк, командование, республика Башлығы һәм Президент яҡлы!