18 ғинуарҙа Хәйбулла районына эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Аҡъяр ауылындағы “Таналыҡ” бассейнында булды. Яңы спорт объекты 2023 йылдың йәйендә асылған.
Бинаның дөйөм майҙаны – 1,4 мең квадрат метр. 25 метрлыҡ бассейнда – дүрт йөҙөү юлы. Шулай уҡ гардероб, кейенеү бүлмәләре, душ кабиналары, тренерҙар бүлмәһе, табип кабинеты, һыу лабораторияһы, санитар-көнкүреш һәм техник биналар бар.
Спорт ҡоролмаһы мөдире Ринат Мортаев бассейндың ауыл халҡында, тәү сиратта, мәктәп уҡыусыларында ҙур һорау менән ҡулланыуын билдәләне. Пенсионерҙар, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары өсөн льготалы программалар ғәмәлдә. Бында халыҡтың һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән төркөмдәре өсөн дә мөмкинлектәр ҡаралған.
– Бассейндар төҙөү буйынса беҙҙең программаның төп бурысы – һәр баланы йөҙөргә өйрәтеү. Бының ярҙамында балалар сәләмәтерәк һәм көслөрәк булып китәсәк. Был һыуҙа бәхетһеҙлек осраҡтары һанын да кәметергә мөмкинлек бирәсәк. Мәктәптәр был йүнәлештә әүҙем шөғөлләнергә тейеш, – тине Радий Хәбиров.
Республика етәксеһе Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов менән муниципалитеттың спорт инфраструктураһын артабан үҫтереү мөмкинлектәрен тикшерҙе. Мәҫәлән, урындағы халыҡҡа һәм һәүәҫкәр хоккей командаларына боҙ аренаһы менән заманса физкультура-һауыҡтырыу комплексы кәрәк. Радий Хәбиров был мәсьәләне өйрәнергә һәм тәҡдимдәр индерергә ҡушты.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.