Йәмғиәт
18 Ғинуар 2024, 09:45

Йәй көнө лә һыу етәсәк

Радий Хәбиров Республика адреслы инвестиция программаһы сиктәрендә 2023 йылда Аҡъяр ауылында яңыртылған һыу үткәргесен ҡараны.

Йәй көнө лә һыу етәсәкЙәй көнө лә һыу етәсәк
Йәй көнө лә һыу етәсәк

Бөгөн Хәйбулла районында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Республика адреслы инвестиция программаһы сиктәрендә 2023 йылда Аҡъяр ауылында яңыртылған һыу үткәргесен ҡараны.

Инженер селтәрҙәре һәм ҡоролмалар 1990 йылдарҙа төҙөлгән. Тораҡ пункты үҫешеү менән станцияның мөмкинлектәре халыҡты һыу менән тәьмин итеүгә етмәй башлай. Йәйге айҙарҙа район үҙәгенең бер өлөшө һыуһыҙ ҡала башлай.

2020 йылдың сентябрендә Хәйбулла районына эш сәфәре барышында төбәк етәксеһе һыу үткәргес төҙөлөшөн Республика адреслы инвестиция программаһына индерергә ҡушҡайны. Өҫтәмә насос станцияларын һәм 1 мең кубометрлыҡ резервуарҙы ҡуйыуға, селтәрҙәрҙе яңыртыуға һәм бактерицид фильтрлау системаһын монтажлауға 86 миллион һум йүнәлтелгән. 2023 йылдың ноябрендә объектты файҙаланыуға тапшырыу урындағы халыҡтың таҙа һыу менән тәьмин ителешен арттырырға мөмкинлек бирҙе.

“Аквасервис” муниципаль предприятиеһы директоры Руслан Абдуллин селтәрҙе яңыртҡандан һуң һыу биреү күләмен ике тапҡырға тиерлек арттырыуҙары хаҡында һөйләне.

Һыу менән тәьмин итеү мәсьәләләрен хәл итеү тораҡ пункттарҙы үҫтереүҙең тәү сираттағы бурыстарына инә, тип билдәләне Башҡортостан Башлығы.

– Эш сәфәрҙәре ваҡытында физкультура-һауыҡтырыу комплексы йәки мәҙәни объект төҙөү тәҡдимдәре яңғыраһа, шул уҡ ваҡытта урындағы халыҡта һыу, йылылыҡ, газ йәки электр юҡ икән, тәү сиратта торлаҡ-коммуналь мәсьәләләрҙе хәл итәбеҙ, – тине Радий Хәбиров. – Минеңсә, бында беҙ һәйбәт эшләнек. Мин бында бер нисә йыл элек килгәндә, кешеләр, йәйгеһен һыу булманы, ти торғайны. Яңы ҡорамалдар менән хәл яҡшы яҡҡа үҙгәрергә тейеш.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас